«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

Max«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

6кподписчиков
3,8кпостов

Категории

Описание

Официальный канал газеты «Башҡортостан» в мессенджере Макс предоставляет подписчикам свежие новости, статьи и актуальную информацию о жизни Республики Башкортостан. Здесь публикуются важные материалы, охватывающие политику, культуру, экономику и общественные события региона. Подписка на этот канал в MAX позволит быть всегда в курсе ключевых событий Башкортостана, получая контент из надежного и проверенного источника.

Похожие каналы

Все каналы

Аналитика канала

Надёжная выборка
Подписчики
6к
сейчас
Прирост 30д
+102
1,7%
Постов 30д
368
12,3 в день
Средние просмотры
1,7к
на пост
View Rate
27,8%
средний охват

Рост подписчиков

30д

Активность публикаций

7д
Пн
Вт
Ср
Чт
Пт
Сб
Вс
06121823
Постов за 7 дней
65
Лучшие часы
9:00
Нужна полная аналитика?

Охваты, вовлечение, лучшие посты, форматы контента и сравнение с категорией.

Открыть аналитику

Последние сообщения

Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

🆘 Министр Айрат Рәхмәтуллин: "35 йәшлек ҡатын һәм уның ете айлыҡ сабыйы ауыр хәлдә" 🚗 Кисә Өфөләге юл-транспорт ваҡиғаһында алты бала зыян күргәйне. Урынға килеп еткән һәләкәткә эләгеүселәрҙең туғандарын да бындағы хәл тетрәндерә. Һәм ул да табиптар ҡулына эләгә. ❗️Һаулыҡ һаҡлау министры зыян күреүселәрҙе дауалауҙы контролгә алды. ✅ Был турала тулыраҡ: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2026-10-17/l-k-t-urynyna-kilg-n-tu-andary-la-shok-kiser-m-uny-dauahana-a-alyp-kit-l-r-4847132

Изображение из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

💚 "Амур" - "Салауат Юлаев" 3:4 🏒 Бөгөн юлаевсылар Хабаровскиҙа уйнаны. 0:3 иҫәбенә еңелеп барһалар ҙа, уйынды һындырыуға өлгәштеләр. Һәм 4:3 иҫәбенә еңеү яуланылар. 🥅 Голдарҙы Шелдон Ремпал, Александр Жаровский, Денис Орлович-Грудков, Мэттью Маджо индерҙе. Афариндар! 🔥 Ҡотлайбыҙ! ❗️Бер сәғәттән турнир таблицаһындағы конкурентыбыҙ "Барыҫ" Новосибирскиҙа "Себер" менән көс һынашасаҡ. Әгәр ул еңелһә, юлаевсылар Көнсығыш конференцияла өсөнсө урынға менәсәк. Көтәбеҙ!)

Изображение из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

💚 "Амур" - "Салауат Юлаев" 3:4 🏒 Әлеге мәлдә юлаевсылар Хабаровскиҙа уйнай. Өсөнсө осор бара. Икенсе осорҙа беҙҙекеләр 0:3 иҫәбенә отолоп барып, биш минут эсендә уны тигеҙләгәйне. 🥅 Әле Александр Жаровский ташлаған шайбаны хужаларҙың ҡапҡасыһы туҡтатҡан кеүек булғайны ла, Мэттью Маджо уны ҡапҡа эсенә төртөп ебәрҙе. Афарин, егеттәр! 🔥 Голды ҡарайбыҙ!

Превью видео из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

💚 "Амур" - "Салауат Юлаев" 3:3 🏒 Әлеге мәлдә юлаевсылар Хабаровскиҙа уйнай. Икенсе осор бара. Уның барышында беҙҙекеләр 0:3 иҫәбенә отолоп бара ине инде. Тағы еңеләбеҙме?.. 🥅 Юҡ, өфөләрҙән Шелдон Ремпал иҫәпте ҡыҫҡартты. Ә Александр Жаровский менән Денис Орлович-Грудков бер-бер артлы уны 3:3 итте. Афариндар! Тик штраф ваҡыты алмағыҙ, егеттәр! 🔥 Голдарҙы ҡарайбыҙ!

Превью видео из сообщения каналаПревью видео из сообщения каналаПревью видео из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

⭐“Ғәлиән” позывнойлы яугир тыуған районына тәүге отпускыһына ҡайтты Рәсәй  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығы ҡотҡарыусыһы алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараты операторы булып хеҙмәт итә. “Унда, алғы һыҙыҡта, бөтәбеҙ ҙә бер ғаилә кеүекбеҙ. Төрлө кешеләр, төрлө яҙмыштар, әммә татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ һәм бер-беребеҙҙе ҡурсалайбыҙ. Бөгөн иң мөһиме — туғандашлыҡ һәм берҙәмлек. Дәрәжәләр ҙә, һүҙҙәр ҙә түгел, ә яныңдағы иптәшеңдең терәк булыуы мөһим. Бында айырым уңыштар өсөн бирелгән иң яҡшы бүләк — өҫтәлмә отпуск көндәре. Миҙалдар ҙа, грамоталар ҙа түгел, әсәйеңде тағы бер тапҡыр ҡосаҡлау, балаларыңды күреү, тыуған яҡ һауаһын һулау мөмкинлеге. Бына ул иң ҡәҙерлеһе — яҡындарың менән үткәргән ваҡыт. Шуның өсөн дә беҙ — алғы һыҙыҡта”, — тип билдәләне яугир. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальонына йыялар. Пилотһыҙ осоу аппараттары батальонында хеҙмәт итергә теләүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Телефондар: +7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00. 📍Сығанаҡ, фото: Ғафури районының “Звезда” гәзитенән.

Изображение из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

❓Ни өсөн тән ойой, баш ауырта?   💻Компьютер алдында эшләгәндә күптәр муйындың ауыртыуына зарлана. Айырыуса эш аҙағында ул көсәйә, иғтибарҙы тарҡата. Эксперттар әйтеүенсә, муйын ауыр башты тотоп торған арҡаның иң хәрәкәтсән һәм яҡланмаған, “йомшаҡ” өлөшө. Ауыртыу йышыраҡ күҙ кимәленән түбән торған экранға башты эйгәндә барлыҡҡа килә. Нығыраҡ эйелгән һайын көсөргәнеш тә арта. Сәғәттәр буйы хәрәкәтләнмәй ултырыу сәләмәтлек өсөн зарарлы – мускулдар ойой, ҡан ағымы насарлана.   💢Даими стресс кисереү арҡаһында ла муйын ауыртыуы һиҙелә, яурын һәм муйын ҡыҫыла, ваҡыт үтеү менән спазм нығый, ә арҡаның йомшаҡ мускулдары һынды тоторға ярҙам итмәй һәм көсөргәнеш муйынға төшә. Компьютер артында эш барышында елкәлә ауырлыҡ, яурындарҙа көсөргәнеш һиҙелә, баш ауырта, баш боролоштары сикләнә.     ✅Эш ваҡытында ауыртыу һиҙһәгеҙ, урындан тороп йөрөштөрөгөҙ. Муйынығыҙҙы киҫкен бормағыҙ, ауыртҡан нөктәләрҙе ауырттырғансы ыуғыламағыҙ. Компьютер алдында дөрөҫ ултырығыҙ. Экрандың өҫкө өстән бер өлөшө күҙ тәңгәлендә булһын, күҙҙәр менән экран араһы 50-70 сантиметр тәшкил итһен. Кәүҙә торошон һәр 30-60 минут һайын алыштырып тороғоҙ. Ултырғыс арҡаһы билегеҙҙе тотһон, аяҡ табандары иҙәнгә тейеп торһон. Һәр 30–60 минут һайын  һуҙылыу, хәрәкәтләнеү өсөн ҡыҫҡа тәнәфес кәрәк. Күнегеүҙәр һығылмалы, йомшаҡ булырға, ауыртыу тыуҙырмаҫҡа тейеш. Муйын ауыртыуын иҫкәртеү өсөн хәрәкәтләнеү, арҡа мускулдарын нығытыу, йөҙөү, йәйәү йөрөү ярҙам итә.   📍Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.    ❗Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Изображение из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

☝Һаҡлап ҡуйығыҙ: дарыу үләндәренең башҡортса-русса исемлеге ✍ Башҡортса берәй рецепт яҙһаҡ, йәш ҡына "Ә был үләндең руссаһы нисек була?" тип һорайҙар. Хатта бәхәстәр тыуа, сөнки бер үк үләнде төрлөсә атап йөрөткән осраҡтар ҙа була. Беҙҙең исемлек һеҙгә ярҙам итер тип уйлайбыҙ. Тулы исемлек сайтта: https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-10-16/a-lap-uyy-y-daryu-l-nd-rene-bash-ortsa-russa-isemlege-4846549

Изображение из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

🙏 Ҡайҙа барырға белмәгән бабайҙы үҙенә алып ҡайта Беренсе төркөм инвалиды булған ҡарт түшәктә ята, уны үҙ яҡынындай ҡәҙерләп баға, тәрбиәләй. Ҡайһы берҙәр бер туғандарынан йөҙ борғаны тураһында ла ишеткәнебеҙ бар, ә бында бер ниндәй дәғүәләр белдермәй, тыныс ҡына, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итә оло йөрәкле, сабыр һәм түҙемле ханым.  Ер йөҙөндәге иң үҫешкән илдәрендә ҡарттар һәм балалар йорто юҡ, тигән һүҙҙе йыш ишетергә күнекһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил был тәңгәлдә маҡтана алмай. Киреһенсә, һәр төбәктә был йорттарҙың ябылыуы йәки икенсе урынға күсеүе күптәр өсөн ҙур проблемаға әйләнде. Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Миңлегөл Ғүмәрова үҙ теләге менән ҡасандыр ҡарттар йортонда йәшәп, аҙаҡ ябылғас, ҡайҙа барырға белмәгән Виктор бабайҙы үҙ ҡарауына ала.  📝 Тулыһынса :https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-16/ay-a-baryr-a-belm-g-n-babay-y-en-alyp-ayta-4847005

Изображение из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

Поздравляем нашего дорогого Аскара Амировича Абдразакова с присвоением ему звания народного артиста России. Это достойная и заслуженная награда. Уверен, впереди у нашего уважаемого оперного певца и худрука Башкирского театра оперы и балета будет ещё много культурных достижений и творческих побед. Удачи во всём!

Изображение из сообщения канала
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

🔥 Мин нисек эсеүемде ташланым 😳 Тәнәфестә ҡыҙҙар менән эсә инек. Иҫереп, диплом яҡларға бара алманым. Кибеттәрҙән әйбер урлай башланым, ресторанда түләмәй ҡасып киттем. Йыш ҡына таксиҙа йоҡлап китәм дә уяныуыма..." 14 йыл эскән ҡатындың тарихын уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-16/min-nisek-ese-emde-tashlanym-4846523

Изображение из сообщения канала