«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
🌸 Бөгөн, 15 октябрҙә, Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә. 💚 Хөрмәтле, егәрле, бар яҡтан да килгән, гөрләтеп донъя көткән ауыл гүзәлдәре! Һеҙгә именлек, һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ! Ауыл ҡыҙы булғанғамы, Ауылды мин яратам. Ни әйтһәм дә, әҙ тойола, Ҡыҙҙарына ҡарата! Ҡатын-ҡыҙҙар ауылда ни, Ҡатҡыл, теремек, егәрле. Дөп баҫып атлап йөрөйҙәр, Ҡарар күҙгә һөймәле! Биттәре алһыу, нурлы, Әйтерһең,ҡояш ҡунған. Хеҙмәт һөйөп үҫкәнгә, Улар һәр эштә уңған! Иртән тороп һыйыр һауа, Ҡош-ҡортона ем бирә. Ғаилә тороп күҙ асҡансы, Сәйе ҡайнап өлгөрә! Ҡоймағы ла бешеп сыға, Боҫрап бешә бәрәңге, Ҡорот-ҡаймаҡ күптән әҙер, Тиҙерәк тороп тәмләйһе! Ҡаласа шул йорт тирәһе, Һыуы аға крандан, Йорттары ла бүлмә-бүлмә, Йылылыҡ килә газдан. Иҙән-йыуғыс, саң һурҙырғыс Үҙ эшен эшләп тора. Тик йыбанмай шөрөптәрен Кәрәк яҡҡа борғола. "Һә" тигәнсә эшен бөтөп, Телефонға ултыра. Был эш инде ҡатмарлыраҡ, Оҙаҡҡараҡ һуҙыла. Илдә ниндәй хәлдәр бара, Ауылдаштар ни ҡыра - Барын да белергә кәрәк, Дуҫтар ҙа отчет һорай: Кисә ниндәй эш бөтөрҙөң, Ҡайҙа барҙың, кем килде? Магазиндан нимә алдың? Күралдыңмы күршеңде? Теҙеп-теҙеп һөйләр кәрәк, Ашаған-эскәнеңде. Ауыҙ инде бер асылғас, Сисәһең бар сереңде! Шулай ауыл ҡыҙҙары, Өйҙә эшен бөтөрә. Хөкөмәткә эшләү юҡ, Үҙ көнөн үҙе күрә! Һөтөн һата, майын һата, Башалтай, бейәләй бәйләй. Ҡыш сыҡҡансы етерлек Салат-малат әҙерләй! Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ Эште улар бөтөрә, Донъя тотҡаһы - ҡатын ҡыҙ ЛАЙЫҠ һәр саҡ ҠӘҘЕРГӘ! Рима Рафикова.