«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
🙏 Берәүҙе лә рәнйетмәгеҙ ✅Рәнйетелгән кеше Аллаһҡа мөрәжәғәт итһә, уның доғаһы ҡабул ителә. Тимәк, башҡаларҙы яңылыш ҡына ла кәмһетеүҙән, ҡыйырһытыуҙан һаҡланырға кәрәк. Кемгәлер зарар килтерәһең икән, ул үҙеңә күпкә артып ҡайтасаҡ. ✅Таң атҡанға тиклемге осорҙа уҡылған доғалар шунда уҡ Аллаһ Тәғәләгә еткерелә. Йома көнөнөң айырым бер сәғәтендә теләктәр ҡабул була. Биш тапҡыр уҡылған намаҙҙан һуң һоралғандар Раббыбыҙҙан яуап ала. Шулай уҡ саҙаҡа биргәс, ҡорбан салғас, башҡа изгелектәр эшләгәс, Ҡөрьән уҡығас та доғалар ҡабул була. Ямғыр, ҡар яуған ваҡытта Аллаһҡа мөрәжәғәттәр бойомға аша. Йәнә атай менән әсәйҙең балалары өсөн ҡылған доғалары ҡабул була. 🙏Доғанан айырылмайыҡ.
1,6к111ERR6,7%
Перейти