«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
🇷🇺Әбйәлил “Һомай”ы ялға ҡайтты Күптән түгел Әбйәлил районы хакимиәтендә махсус хәрби операция биләмәһенән ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыу үткән. Улар араһында "Һомай" позывнойлы шәфҡәт туташы ла бар. Батыр ҡыҙ яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыуға үҙ өлөшөн индерә. "Һомай" Иҙәш-Ҡусҡар ауылында тыуған. Ғаиләлә иң өлкән бала. Урындағы мәктәпте, артабан Асҡарҙағы Таһир Кусимов исемендәге гимназияны тамамлай. Әсәһенең юлын дауам итеп, Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында башлай. Бөгөн Белгород госпиталендә эшләй. - Һуғыш кешене үҙгәртә. Тормошто, һаулыҡты нығыраҡ ҡәҙерләй башлайһың. Миңә өмөт менән ҡараған яугирҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышам, - ти Әбйәлил "Һомай"ы. Әйткәндәй, уның бер туған ҡустыһы ла махсус хәрби операция биләмәһендә. Бер ғаиләнән ике яугир тәрбиәләгән ата-әсәһенә оло хөрмәт һәм ихтирам. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, "Һомай"ға, уның ҡустыһына һәм башҡа барлыҡ яугирҙәргә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Автор - Гөлсөм Хәкимова. ⏩Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gasetabashkortostan.