«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

Аналитика каналаMax«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

6кподписчиков
3,8кпостов
Последний пост: 17 октября 2026 г. в 01:00
Перейти
Для рекламодателей

Хотите разместить рекламу в этом или похожем канале? Проверьте условия размещения через партнёра.

Аналитика

Сводка

Надёжная выборка
Подписчики
6к
сейчас
Прирост 90д
+247
4,3%
Постов
1к
12 в день
Средние просмотры
1,7к
на пост
Медианные просмотры
1,7к
на пост
View Rate
28,4%
охват к подписчикам
ER
0,3%
реакции к подписчикам
ERR
0,9%
реакции к просмотрам

Динамика

Рост подписчиков

Лучшие посты

Эффективность

Средний охват
1,7к
на пост
Медиана
1,7к
просмотры
ER
0,3%
к подписчикам
ERR
0,9%
к просмотрам
1ч
458,5
27,1%
6ч
987,8
58,4%
24ч
1,5к
87%

Паттерн публикаций

Пн
Вт
Ср
Чт
Пт
Сб
Вс
06121823
Лучшие часы
8:00-10:00
по частоте публикаций
Постов за период
1к
12 в день

Сравнение с категорией

Новости и СМИ
3487 каналов в категории, 30д
Подписчики
№2991
Охват
№1541
ERR
№1234
Медиана подписчиков: 10,5к
Медиана охвата: 5,4к
Медиана ERR: 1,2%

Форматы контента

Медиа
954 постов
Просмотры
1,7к
ERR
0,9%
Репосты
123 постов
Просмотры
1,6к
ERR
0,7%
Текст
6 постов
Просмотры
1,7к
ERR
0,4%
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

🙏 Ҡайҙа барырға белмәгән бабайҙы үҙенә алып ҡайта Беренсе төркөм инвалиды булған ҡарт түшәктә ята, уны үҙ яҡынындай ҡәҙерләп баға, тәрбиәләй. Ҡайһы берҙәр бер туғандарынан йөҙ борғаны тураһында ла ишеткәнебеҙ бар, ә бында бер ниндәй дәғүәләр белдермәй, тыныс ҡына, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итә оло йөрәкле, сабыр һәм түҙемле ханым.  Ер йөҙөндәге иң үҫешкән илдәрендә ҡарттар һәм балалар йорто юҡ, тигән һүҙҙе йыш ишетергә күнекһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил был тәңгәлдә маҡтана алмай. Киреһенсә, һәр төбәктә был йорттарҙың ябылыуы йәки икенсе урынға күсеүе күптәр өсөн ҙур проблемаға әйләнде. Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Миңлегөл Ғүмәрова үҙ теләге менән ҡасандыр ҡарттар йортонда йәшәп, аҙаҡ ябылғас, ҡайҙа барырға белмәгән Виктор бабайҙы үҙ ҡарауына ала.  📝 Тулыһынса :https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-16/ay-a-baryr-a-belm-g-n-babay-y-en-alyp-ayta-4847005

Изображение из сообщения канала
58516ERR2,7%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

🔥“Һайлау-2026” йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә эш бер минутҡа ла туҡтамай. Бер-бер артлы спикерҙар килә, шулай уҡ тура бәйләнештәр ҙә булып тора. ⚡️Сираттағы онлайн бәйләнешкә Республикаға идара итеү үҙәгенән Светлана Морозова сыҡты һәм республика халҡынан килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне. – Кешеләр төрлө темаларға яҙа. Беҙ уларҙы күҙәтеп барабыҙ һәм, ышанығыҙ, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай. Барыһын да контролдә тотабыҙ. Әгәр статистикаға күҙ һалһаҡ, халыҡты борсоған төп биш тема: юлдар, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәт күрһәтеү һәм яҡлау. Эш дауам итә, - тип һөйләне ул. ✅Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Изображение из сообщения канала
7233ERR0,4%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

👍Башҡортостанда халыҡтың күпләп һайлауға килеүе күҙәтелә. Был республика халҡының юғары гражданлыҡ әүҙемлеге хаҡында һөйләй. ✍️19 сентябрҙә “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы рәйесе Александр Брод ошо хаҡта хәбәр итте. 🛑Башҡортостан Республикаһы тәүгеләрҙән булып йәмәғәт күҙәтеүселәре форумдарын ғәмәлгә ашыра башланы, тип билдәләне ул. – Был бер нисә йыл дауамында барҙы, мин онлайн режимда эшләнем һәм Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәрен хөрмәт итеүҙәрен, ҡәҙерләүҙәрен һәм уларҙа һайлау процесының асыҡлығын һәм законлылығын тәьмин итә алған ғәмәлдәге гражданлыҡ көсөн баһалауҙарын күрҙем. Кисә иһә сит илдән килгән коллегаларыбыҙ менән бер нисә һайлау участкаһында булдыҡ. Кандидаттар, сәйәси партияларҙан, шул иҫәптән республиканың Йәмәғәт палатаһынан күҙәтеүселәр, блогерҙар менән осраштыҡ. Барыһы ла һайлау участкаларының торошон, шарттарҙың ни тиклем уңайлы булыуы, мәғлүмәт материалдарының булыу-булмауы, тауыш биреүҙең сере һаҡланыуы, һайлау комиссиялары ағзаларының эшмәкәрлеге, бөтә кәрәкле процедураларҙы, шул иҫәптән хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе күҙәтә, – тип хәбәр итте ул. ❗️Александр Брод кисә проблемалы хәбәрҙәр булмауын билдәләне. – Республикала тауыш биреү юғары кимәлдә бара. Әйткәндәй, эксперттар билдәләүенсә, тотош илдә, тауыш биреүҙең беренсе көнө биш йыл элек булған күрһәткестәрҙән ике тапҡырға тиерлек юғарыраҡ. Был халыҡтың кәйефе, гражданлыҡ әүҙемлеге хаҡында һөйләй, — тип хәбәр итте Александр Семенович. Александр Брод тауыш биреүҙең яңы формаһы граждандар өсөн бик уңайлы булыуын да билдәләне: күп көнлөк тауыш биреү төбәк халҡына эште, ялды, өй эштәрен берләштерергә мөмкинлек бирә. ✅Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Изображение из сообщения канала
7862ERR0,3%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

⚡️“Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле – секретарь Марина Долматова килеп, республика буйынса һуңғы һандар менән таныштырҙы. 19 сентябрҙең 15 сәғәтенә ҡарата республикала тауыш биреүселәрҙең 43,48 проценты үҙ участкаларына барып, үҙ һайлауын яһаған. Был 1 270 275 кеше. 💥Һайлауҙар нисек үтә тигән һорауға уның яуабы ябай булды: “Башҡортостанда һайлауҙар һәр ваҡыт легитим рәүештә, асыҡ үтә”. 💯Әлеге ваҡытта иң күп тауыш биргән райондар исемлеге түбәндә: Асҡын, Балтас, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош райондары. Бында һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге тауыш биргән. Ҡалалар буйынса әүҙемлекте Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ күрһәтә. Өфө ҡалаһы райондарында Дим, Калинин, Киров, Октябрь һәм Совет райондарында һайлаусыларҙың 40 проценттан ашыуы тауыш биргән. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Изображение из сообщения канала
7975ERR0,6%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

👍Һайлауға йөрөү ҡанына һеңгән Башҡортостанда тауыш биреү дауам итә. Ишембай районының Уразбай ауылында урынлашҡан һайлау участкаһына бөгөн иң беренсе булып Флүрә Әбдрафиҡ ҡыҙы Исхаҡова килгән. – Һайлауҙы бер ҡасан ҡалдырғаным юҡ. Һәр саҡ тәүгеләрҙән булып йөрөй инем, кисә мөһим эштәр буйынса ҡалаға китергә кәрәк булды, шуға тәүге көндә бара алманым. Уның ҡарауы бөгөн иң тәүге булып тауышымды бирҙем. Хатта бүләк тә бирҙеләр, – ти ул. 💥Һайлауға йөрөү Флүрә Әбдрафиҡ ҡыҙының ҡанына һеңгән: оҙаҡ йылдар клубта эшләгән ханым үҙе һәр ваҡыт участка комиссияһы ағзаһы булған, тауыш биреүҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан. 🔥– Ул йылдар һағынып һөйләрлек булып иҫтә ҡалды. Элек һайлау – тотош бер байрамға әйләнә ине бит. Күрше Подлесный, Авангард, Әсеялан ауылдарынан кешеләр машиналарға тейәлеп, йырлашып-килә ине. Тауыш биргәндән һуң, бергәләшеп сәйҙәр ойоштороп, бейеп-йырлашып ҡайтып китәләр ине. Ола байрам итеп көтөп алдыҡ. Ҙур ваҡиға ине. Күңелле осор ине, – ти ул. 🇷🇺Йәш сағында район советы депутаты булған, әле яңы 80 йәшен билдәләгән Флүрә инәй ауылының әүҙем ирекмәне лә. Быға тиклем яугирҙәргә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан: селтәр үрешергә ихлас йөрөгән, аҙыҡ-түлек әҙерләшкән. Быйыл һаулығы арҡаһында бик йөрөй алмаһа ла, күңеле менән һәр ваҡыт улар янындамын ти. ⚡️– Бер нимәгә ҡарамай, һайлауға барам. Илемдең яҙмышын хәл иткәндә ситтә ҡала алмайым. Башҡаларҙы лы әүҙем булырға саҡырым, – ти ул. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Изображение из сообщения канала
81014ERR1,7%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

⚡Дәүләкән районынан Ҡорманаевтар ғаиләһен күптәр белә. Улар үҙҙәренең һайлау участкаһына кисә, төштән һуң, буш ваҡыттары булғас, килгән. Асыҡланыуынса, ғаилә башлығы әлеге ваҡытта командировкала икән. - Ишле ғаилә булараҡ, балалар баҡсалары төҙөгәндәр, мәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡорғандар, социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырғандар өсөн тауыш бирәбеҙ, - тип белдергән күп балалы әсә Гөлназ, һайлау участкаһынан сыҡҡас. – Балаларыбыҙ өсөн һайлау - әлегә бәләкәй байрам. Шуға күрә хәҙер магазинға тәмлекәстәр һатып алырға барасаҡбыҙ. 👍Күп балалы әсә менән бергә 18 йәшлек ҡыҙы Алина ла тауыш биргән. 🛑Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау участкалары 18, 19 һәм 20 сентябрҙә иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. ✅Сығанаҡ, фотолар: “Асылыкүл” – “Балҡантау”. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Изображение из сообщения канала
Изображение из сообщения канала
Изображение из сообщения канала
8467ERR0,8%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

👍Сит ил күҙәтеүселәре республикала һайлау барышын ыңғай баһалай. Был хаҡта БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Йәмәғәт штабы урынбаҫары Рәмил Рәхимов хәбәр итте. Ул быйыл һайлауҙы күҙәтеү өсөн 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерлек үткәнен белдерҙе. Әле улар һайлауҙа эшләй. – Быйылғы яңылыҡ шул: шәхси күҙәтеүселәргә – блогерҙарға юлламаға үҙем шәхсән ҡул ҡуйҙым. Улар ҙа байтаҡ, йөҙҙән ашыу, - тине Рәмил Рәхимов. 🛑БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары һайлауҙарҙа сит ил күҙәтеүселәре эшләүен дә билдәләне. – Улар кисә бик күп һайлау участкаларында булды. Барыһы ла  оҡшаны. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, участкаларҙа эшләүселәр үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәй. Халыҡ та һайлауға асыҡ һәм шатланып бара, тип өҫтәнеләр. Бөгөн күҙәтеүселәр республика райондарына юлланды – ауыл участкаларына барырға теләк белдерҙеләр. Дөйөм алғанда, эш барышын улар юғары баһалай. Барыһы ла оҡшай. Сит ил күҙәтеүселәре ҡыҙыҡһынып процеста ҡатнаша, – тине Рәмил Рәхимов. 📍Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Изображение из сообщения канала
8744ERR0,5%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

✍️“Һайлау-2026” йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә һайлау участкаларынан блогерҙар ҙа даими тура бәйләнешкә сыға. ❗️Бөгөн Асҡындағы 899-сы һайлау участкаһында һайлау барышын күҙәткән Әлиә Ғилванова менән аралаштыҡ. – Бөтәһенең дә кәйефе күтәренке, байрамса. Асҡында һайлау менән бергә мәктәп йәрминкәһе үтә, кешеләр һайлауға ла, йәрминкәгә лә бара. Һайлаусылар бик әүҙем. Кисә тотош коллективтар менән килделәр, кемдер эш көнө башланыр алдынан тауыш бирергә тырышты. Йәштәр ҙә килә, кисә тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр байтаҡ булды. Бөгөн ғаилә парҙары һайланы, улар үҙҙәренең сабыйҙары менән бергә килде. Күҙәтеүселәр берҙәм эшләй, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, командала эшләйбеҙ. Участкала хоҡуҡ боҙоуҙар әлегә күҙәтелмәне. ❗️Зөлфиә Мозафарова иһә Яңауыл районында 3405-се һайлау участкаһында тауыш биреү барышын күҙәтә. – Мин блогер, үҙем хаҡында, беҙҙең районда барған ваҡиғалар тураһында яҙам. Сәйәсәт темаһы ла миңә яҡын, шуға күрә һайлауҙа мин күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашам. Беренсе тапҡыр ғына күҙәтеүсе булып эшләмәйем. Кисә халыҡ әүҙем килде. Һайлауҙарҙы барыһы ла мәшәҡәт итеп түгел, ә мөһим эш кеүек ҡабул итә. Күптәрҙең тотош ғаиләләр менән килеүе ҡыуаныслы. Оло йәштәгеләр күп, улар парлап килә. Һәм, әлбиттә, йәш һайлаусылар тауыш бирә. Был гражданлыҡ берҙәмлеге һәм яҡшы күрһәткес өлгөһө. ✅Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Изображение из сообщения канала
Изображение из сообщения канала
8833ERR0,3%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

❗️Башҡортостанда һайлау кампанияһы бойондороҡһоҙ эксперттар, шул иҫәптән Халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҡатнашлығында үтә. Тауыш биреүҙең тәүге көнөндә халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов менән уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов та ҡатнашты. 👍Германия, Төркиә, Бразилия, Индонезия һәм Мадагаскар делегациялары республикаға Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына һайлауҙар үткәреүҙе күҙәтеү һәм илебеҙҙәге электораль процесс менән танышыу өсөн килгән. 18-20 сентябрҙә халыҡ-ара күҙәтеүселәр һәм эксперттар һайлау участкаларына барасаҡ, тауыш биреү барышын күҙәтәсәк, йәмәғәтселек менән осрашасаҡ. Сит илдәрҙең Рәсәйҙәге һайлауҙарға ҡыҙыҡһыныуы халыҡ-ара аренала ватан һайлау процесының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм беҙҙең һайлау системаһының асыҡлығы өсөн мөһим индикатор булып хеҙмәт итә. 🤝Сит ил күҙәтеүселәре булыуы Рәсәй һайлауҙарының дөйөм ҡабул ителгән асыҡлыҡ һәм легитимлыҡ стандарттарына тап килеүен  күрһәтергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ төрлө дәүләттәрҙең эксперттары араһында профессиональ диалог һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ булдыра. 📍Рәмилә МУСИНА фотоһы. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Изображение из сообщения канала
8832ERR0,2%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

💥Һайлауҙы халыҡ элек-электән байрам һымаҡ ҡабул итә. Милли кейемдә килеүселәр мөһим сараға рух, илһөйәрлек өҫтәй. Ишембай районының Ишәй ауылы мәҙәниәт йортоноң “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективы ла 2158-се һайлау участкаһына милли күлдәктәрҙә тауыш бирергә килде. 👏👏👏Коллектив был көнгә үҙенсәлекле биҙәк өҫтәп, һайлауға бергәләп килергә ҡарар иткән, был иһә ауылдаштарына байрам кәйефе бүләк итте. Тауыш биргәндән һуң улар концерт номеры ла башҡарҙы. Һайлауға килгән 1944 йылғы Радик Хәмитов, йәштәрҙән ҡалышмай, коллективҡа ҡушылып бейеп тә алды. Розалиә Төхвәтуллина. ✅Эльвира Ибәтуллина фотолары #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Превью видео из сообщения канала
89010ERR1,1%
Перейти