«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

Аналитика каналаMax«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

6кподписчиков
3,8кпостов
Последний пост: 16 октября 2026 г. в 18:16
Перейти
Для рекламодателей

Хотите разместить рекламу в этом или похожем канале? Проверьте условия размещения через партнёра.

Аналитика

Сводка

Надёжная выборка
Подписчики
6к
сейчас
Прирост 7д
-1
-0%
Постов
67
9,6 в день
Средние просмотры
1,8к
на пост
Медианные просмотры
1,7к
на пост
View Rate
30,3%
охват к подписчикам
ER
0,3%
реакции к подписчикам
ERR
0,9%
реакции к просмотрам

Динамика

Рост подписчиков

Лучшие посты

Эффективность

Средний охват
1,8к
на пост
Медиана
1,7к
просмотры
ER
0,3%
к подписчикам
ERR
0,9%
к просмотрам
1ч
566,7
30,7%
6ч
1к
59,4%
24ч
1,5к
85,6%

Паттерн публикаций

Пн
Вт
Ср
Чт
Пт
Сб
Вс
06121823
Лучшие часы
9:00-11:00
по частоте публикаций
Постов за период
67
9,6 в день

Сравнение с категорией

Новости и СМИ
3487 каналов в категории, 30д
Подписчики
№2991
Охват
№1541
ERR
№1243
Медиана подписчиков: 10,5к
Медиана охвата: 5,4к
Медиана ERR: 1,2%

Форматы контента

Медиа
63 постов
Просмотры
1,8к
ERR
0,9%
Репосты
4 постов
Просмотры
1,4к
ERR
0,8%
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

🌸 Бөгөн, 15 октябрҙә, Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә. 💚 Хөрмәтле, егәрле, бар яҡтан да килгән, гөрләтеп донъя көткән ауыл гүзәлдәре! Һеҙгә именлек, һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ! Ауыл ҡыҙы булғанғамы, Ауылды мин яратам. Ни әйтһәм дә, әҙ тойола, Ҡыҙҙарына ҡарата! Ҡатын-ҡыҙҙар ауылда ни, Ҡатҡыл, теремек, егәрле. Дөп баҫып атлап йөрөйҙәр, Ҡарар күҙгә һөймәле! Биттәре алһыу, нурлы, Әйтерһең,ҡояш ҡунған. Хеҙмәт һөйөп үҫкәнгә, Улар һәр эштә уңған! Иртән тороп һыйыр һауа, Ҡош-ҡортона ем бирә. Ғаилә тороп күҙ асҡансы, Сәйе ҡайнап өлгөрә! Ҡоймағы ла бешеп сыға, Боҫрап бешә бәрәңге, Ҡорот-ҡаймаҡ күптән әҙер, Тиҙерәк тороп тәмләйһе! Ҡаласа шул йорт тирәһе, Һыуы аға крандан, Йорттары ла бүлмә-бүлмә, Йылылыҡ килә газдан. Иҙән-йыуғыс, саң һурҙырғыс Үҙ эшен эшләп тора. Тик йыбанмай шөрөптәрен Кәрәк яҡҡа борғола. "Һә" тигәнсә эшен бөтөп, Телефонға ултыра. Был эш инде ҡатмарлыраҡ, Оҙаҡҡараҡ һуҙыла. Илдә ниндәй хәлдәр бара, Ауылдаштар ни ҡыра - Барын да белергә кәрәк, Дуҫтар ҙа отчет һорай: Кисә ниндәй эш бөтөрҙөң, Ҡайҙа барҙың, кем килде? Магазиндан нимә алдың? Күралдыңмы күршеңде? Теҙеп-теҙеп һөйләр кәрәк, Ашаған-эскәнеңде. Ауыҙ инде бер асылғас, Сисәһең бар сереңде! Шулай ауыл ҡыҙҙары, Өйҙә эшен бөтөрә. Хөкөмәткә эшләү юҡ, Үҙ көнөн үҙе күрә! Һөтөн һата, майын һата, Башалтай, бейәләй бәйләй. Ҡыш сыҡҡансы етерлек Салат-малат әҙерләй! Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ Эште улар бөтөрә, Донъя тотҡаһы - ҡатын ҡыҙ ЛАЙЫҠ һәр саҡ ҠӘҘЕРГӘ! Рима Рафикова.

Изображение из сообщения канала
5,7к48ERR0,8%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

💥 Ирек ағай икенсегә картуф үҫтереп алды! 30 августа видеояҙма баҫтырғайныҡ (1-се видео), һөҙөмтәһен көтөп ҡалабыҙ, тигәйнегеҙ. Бөгөн - видеоотчет (2-се видео). 🔷 Салауат районының Мәсетле ауылынан Ирек Мофаззалов йәй һуңында яҙ сәскән картуфтың насар уңыш биреүенә зарланғайны. Һәм һуғанды йыйып алғас, 7-9 августарҙа уның урынына тәжрибә рәүешендә электән ҡалған картуф орлоғон сәсеүен хәбәр итте. 27 августа видео төшөрөп, өс рәт картуфтың бик матур булып үҫеп ултырыуын, бер генә колорадо ҡуңыҙының да булмауын күрһәтте. Ҡырауҙар һәләк итмәһә, октябрь башына икенсегә уңыш йыйып аласағын белдерҙе ул. 🔶 Әле хужа тағы видеоотчет һалған. Картуф үҫкән, уңыш биргән! 11 октябрҙә ҡаҙып алғандар. Ярты биҙрә картуф ултыртып, биҙрә ярым уңыш сыҡҡан. Тимәк, өс тапҡырға күберәк!))  🔷 "Был ярты биҙрә картуф орлоғон ташларға тип уйлағайным. Бына ниндәй матур уңыш бирҙе", - ти хужа.

Превью видео из сообщения каналаПревью видео из сообщения канала
2,3к58ERR2,6%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

❓Ҡасан Башҡортостанда һыуыта һәм ҡар яуа?   ☀️Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо дауам итә. Был барыбыҙға ла бик оҡшай, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта көҙ барыбер үҙенекен аласағы аңлашыла. Һәм ахырҙа температура түбәнәйә, һыуыҡтар башлана һәм ҡар ҡатламы урынлашасаҡ. Был хәл ҡасан буласағы тураһында “Фобос” үҙәге синоптиктары һөйләне.   ❄Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, тиҙҙән ҡар яуасаҡ. 18 октябргә тиклем йәйгесә йылы һауа торошо һаҡланасаҡ, көндөҙ +18,+20 градусҡаса йылы буласаҡ. 19-20 октябрҙә һауа температураһы яйлап түбәнәйә башлай һәм 21-22 октябрҙә 0,-2 градусҡа етә. Тап ошо көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә. Әммә был һыуытыу ваҡытлыса буласаҡ.   ⚡️23 октябрҙән йәнә йылыта. Әлбиттә, әлеге кеүек түгел. Әммә ышаныслы плюс көндөҙ ҙә, төндә лә һаҡланасаҡ. Өҫтәүенә яуым-төшөм көтөлмәй. Ноябрь айы ла йылы һауа торошо менән башланасаҡ. Әммә ямғыр яуасаҡ. Һәм 7, 8 һәм 9 ноябрҙә генә температура кире кимәлгә төшә. Көндөҙ -2, төндә -5-тән -8 градусҡа тиклем. Ҡар яуасаҡ. Әммә ул тағы ла ваҡытлыса буласаҡ. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 10 ноябрҙән ай аҙағына тиклем тиерлек термометр бағанаһы нулдән юғарыраҡ һәм нулгә яҡын торасаҡ. Ноябрҙә иң күп ямғыр яуыуы көтөлә. Даими ҡар ҡатламы, күрәһең, декабрҙә генә урынлашасаҡ.   "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan

Изображение из сообщения канала
2,2к10ERR0,4%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

🤲 Боҙомдан нисек һаҡланырға? ❌ Тәүбә-тәүбә, ошондай ҡурҡыныс әмәлдәр менән шөғөлләнгән әҙәмдәр була. Боҙом һалынған кешегә имселәргә барыуҙан башҡа юл ҡалмай... ❓Тик бына уға тарымаҫ өсөн нимә эшләргә? Ябай ғына биш кәңәште тотоғоҙ: https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-10-10/bo-omdan-nisek-a-lanyr-a-4841453

Изображение из сообщения канала
2,2к9ERR0,4%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

💥Башҡортостанда тағын бер йәй етә   ☀️Башҡортостанда алдағы көндәрҙә термометр бағанаһы +22 градус билдәһендә була. Башгидромет синоптиктары көтөлмәгән фараз бирҙе.   💯Төбәккә йәйге йылы ҡайта. Асылда, был икенсе әбейҙәр сыуағы. 13 һәм 14 октябрҙә температура +22 градусҡа тиклем күтәреләсәк.   🌺Алдағы көндәрҙә төнгө температура +1-ҙән +9 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк. Ҡайһы бер райондарҙа -4 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе ихтимал.   Яуым-төшөм булмаясаҡ. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Изображение из сообщения канала
2,2к30ERR1,4%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

Һеҙҙе ихлас күңелдән төп дәүләт байрамыбыҙ — Республика көнө менән ҡотлайбыҙ! Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, һәр бер ғаиләлә именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ булһын. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Изображение из сообщения канала
2,2к29ERR1,3%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

💔 Бер генә минутҡа ҡал әле янымда... Уянғанда ҡояш нурҙары мин йоҡлаған карауатҡа тура төшә ине. Сәғәткә ҡарамаһам да белеп торам – һигеҙ тирәһе. Был ваҡытта мине фатирға индергән Мәликә инәй быҙауын тауға ҡыуа. Ул килгәнсе мин сәй ҡайнатам, иртәнге аш әҙерләйем. Бөгөн ял, шуға ҡабаланмайым. Йыуынып алғас, электр сәйнүген ҡуйҙым да сәс тарарға ултырҙым. Сәсем оҙон һәм ҡалын минең, билдән аҫҡа төшөп тора. Тарап үргәнсе ярты сәғәттәй ваҡыт үтә лә китә. Шулай ике толомдо ла тағатып тарай башланым. Төн уртаһында ғына ҡайтҡас, йоҡо ла туймаған. Был ауылда ике ай тирәһе инде фельдшер булып эшләйем. Район үҙәгенән ситтә ятҡас, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, укол һалыу, ашығыс ярҙам күрһәтеү – барыһы ла минең иңдә. Хатта ҡайһы берҙә  акушер ҙа булырға тура килә. Сирлеләргә ярҙам күрһәткәс тә әле күңел тынысланмай. Дөрөҫ диагноз ҡуйҙыммы икән тип белешмә китаптарҙы ҡарап сығам. “Белемде тәрәнәйтер кәрәк, мотлаҡ артабан уҡырға...” тип уйлап та бөтмәнем, шығырлап ишек асылды. Инәй ҡайтты, ахыры. Ә минең сәй әҙер түгел. -Һаумыһығыҙ, - тине ир тауышы.   -Һаумыһығыҙ, - тип яуаплап, сәс аша ҡараһам, күршелә йәшәгән уҡытыусы ағай бер ят кеше менән баҫып тора ишек төбөндә. 📝 Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-10-12/ber-gen-minut-a-al-le-yanymda-4842167

Изображение из сообщения канала
2,1к9ERR0,4%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

❗❗❗Юлда - аттар! Һаҡ булығыҙ! 🐴12 октябрь төнгө сәғәт өстәрҙә Әбйәлил районының Буранғол ауылы янында аттар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 🚗«Geely MK» автомобиле водителе оло юлда ҙур тиҙлектә елеп, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында юлды сығып барған көтөүҙе күрмәй ҡала һәм уларға бәрелә. ⚠️Һөҙөмтәлә еңел автомобиль механик зыян күргән. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Әммә бер ат ваҡиға урынында уҡ үлгән...

Изображение из сообщения канала
2,1к22ERR1%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

❓Йәйгесә йылы һауа торошо күпме дауам итер? Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо урынлашты. Көндөҙ һауа температураһы +23 градусҡа тиклем күтәрелә. Тағы бер әбейҙәр сыуағы күпме дауам итер? 🔥Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көн шулай уҡ йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. Төндә генә урыны менән һауа температураһы 0, -2 градусҡа тиклем төшәсәк. ⚡️Рәсәй Гидрометеорология үҙәгендә алдағы ете көнгә фараз бирҙеләр. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, эш аҙнаһы аҙағында республикала болотло буласаҡ, әммә яуым-төшөм көтөлмәй. Ял көндәрендә ҡояшлы һауа торошо ҡайтасаҡ, әммә температура бер аҙ түбәнәйәсәк — +14, +17 градусҡа тиклем, был октябрь уртаһы өсөн аномаль йылы. ❄“Фобос” үҙәге оҙайлыраҡ прогноз бирә. Синоптиктар фекеренсә, киләһе аҙнала температураның әкренләп түбәнәйеүе дауам итәсәк. Октябрҙең өсөнсө декадаһында +6, +9 градус булыуы көтөлә. Ай аҙағына тиклем яуым-төшөм фаразланмай. Рәсәй метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь һалҡын һәм ямғырлы була. Һауа температураһы 0, +6 градус тирәһендә торасаҡ. Айырым көндәрҙә термометр бағанаһы -2 градусҡа тиклем төшәсәк. Ҡояшлы көндәр аҙ буласаҡ. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Изображение из сообщения канала
2,1к14ERR0,7%
Перейти
Аватар канала «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

🤲ЮЛҒА, СӘФӘРГӘ СЫҠҠАНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒАЛАР Һәр ҡайһыбыҙ көн һайын юлда. Ошо доғаларҙы уҡыйыҡ һәм иҫән-һау йөрөйөк. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ! ✅Уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-10-13/yul-a-s-f-rg-sy-anda-u-yla-tor-an-do-alar-4842203 "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan

Изображение из сообщения канала
2к25ERR1,2%
Перейти